Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
8 Март 2021, 12:01

Йәш биатлонсылар уҙыша

Кемдәр еңер икән?

Ишембай районының 1-се спорт мәктәбендә Ишембай муниципаль районының пневматик биатлон буйынса беренселеге бара. Унда 2006 - 2007, 2008 - 2009, 2010 - 2011 йылғы ҡыҙ һәм малайҙар ҡатнаша.
Бәйгелә көнәркәшлек ҙур, сөнки сарала 150-енән ашыу йәш спортсы Өфө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Өфө районынан һәм Ишембайҙың үҙенән ҡатнаша.
Мәғлүм булыуынса, Ишембайҙа һуңғы йылдарҙа биатлонды тергеҙеүгә иғтибар ҙур. Бында заманса тир, трасса һалынған. Спортсыларҙы еңеүҙәргә, яңы үрҙәргә әйҙәгән ярыштар ҙа даими ойошторола. Быйыл Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында бындай ярыштар тағы ла йышыраҡ ойоштороласаҡ.
Автор фотоһы.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: