Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
7 Март 2021, 16:32

Бер көндә – ике миҙал! Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан спортсыһы донъя чемпионатында бер көндә ике миҙал яуланы.

Өфө спортсыһы Семен Елистратов шорт-трек буйынса донъя чемпионатында бер көндә ике миҙал яуланы. Ярыштар Дордрехт ҡалаһында (Нидерланд) бара. Яҡташыбыҙҙы 500 метрлыҡ дистанцияла Венгрия спортсыһы Шаоан Лю ғына уҙа алды. 40.603 секунд ваҡыт күрһәтеп, Башҡортостан спортсыһы көмөш миҙалға лайыҡ булды. Өсөнсө урында - Италия спортсыһы Пьетро Сигель.
Унан алда яҡташыбыҙ 1 500 метрлыҡ дистанцияла бронза миҙал алды. Беренсе урынды Канада спортсыһы Шарль Амлен, икенсе урынды Голландия егете Ицхак де Лате яуланы.
Рәсәй спортсылары донъя чемпионатында Рәсәй конькиҙа уҙышыусылар союзы логотибы төшөрөлгән флаг аҫтында сығыш яһай. Үкенескә ҡаршы, Спорт арбитраж суды ҡарарына ярашлы, беҙҙең ил спортсылары Рәсәй гимны һәм флагы аҫтында сығыш яһай алмай.
Валерий Шахов фотоһы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: