Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
5 Март 2021, 00:29

Юлбарыҫта - спорт байрамы

Клуб алдында Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арналған һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан бик шәп сара уҙҙы

Бөгөн, 4 март көнө Юлбарыҫ ауылы мәҙәниәт йорто майҙансығында Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арналған һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө - 8 март байрамы уңайынан бик шәп сара уҙҙы. Һамар ауылынан килгән ҡунаҡтар менән берлектә скандинавса атлау ойошторолдо. Бындай спорт төрө менән шөғөлләнергә, йәғни скандинавса атларға һәр кемдең көсөнән килә. Был саф һауала йөрөү генә түгел, һаулыҡты нығытыу ысулы ла.
Һуңынан ике командаға бүленеп, төрлө күңелле старттарҙа, спорт ярыштарында көс һынаштылар. Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ауыл китапханаһы менән берлектә ойошторолған сара һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Читайте нас: