Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
3 Март 2021, 17:48

«САЛАУАТ», АЛҒА!

/

Кисә континенталь хоккей лигаһында Гагарин Кубогы өсөн плей-офф уйындары башланды.
Икенсе этапҡа сығыу өсөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары Силәбенең «Трактор» клубы менән көс һынаша. Яҡтар араһындағы тәүге осрашыу бөгөн «Өфө-Арена»ла үтә.
Хәл иткес уйындар алдынан юлаевсыларға ҡунаҡҡа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров килде. Республика етәксеһе билдәләүенсә, ҡатмарлы миҙгел булыуға ҡарамаҫтан, яҡташтарыбыҙ сағыу уйындары менән һөйөндөрҙө. Рәттән 9 тапҡыр еңеү быға асыҡ миҫал. Әммә даими чемпионат һөҙөмтәһе менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалырға ярамай. Иң мөһиме – плей-оффта көслө уйын күрһәтеү. Гагарин Кубогын яулау өсөн бөгөн юлаевсылар өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Хатта пандемия менән бәйле иҡтисади ауырлыҡтар осоронда ла республика команданы ярҙамһыҙ ҡалдырманы.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/sport/Salauat--al-a-701205/
Читайте нас: