Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
2 Март 2021, 22:55

"Барлыҡ алтын миҙалдарҙы Башҡортостанға алып ҡайтығыҙ!"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Батыр кубогы” тип аталған республика турнирына старт бирҙе.

Бөгөн Өфөләге Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Батыр кубогы” тип аталған республика турнирына старт бирҙе.
Был сара төбәгебеҙҙә тәүге тапҡыр үткәрелә. Уның йомғаҡтары быйыл йыл аҙағында яһаласаҡ. Наградаларҙы иң юғары спорт уңыштары өсөн яҡшы спортсылар, тренерҙар, клубтар һәм федерациялар аласаҡ.
Турнир спорт байрамы менән асылды, унда билдәле атлеттар республика уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Тыштағы майҙансыҡта балаларға үҙ маһирлығын мотоуҙыш буйынса егерме тапҡыр донъя һәм ике тапҡыр Европа чемпионы Николай Красников күрһәтте. Еңеү серҙәре менән легендар көрәшсе, грэпплинг буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы Джефф Монсон, күп тапҡыр “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” титулына эйә булған Эльбрус Ниғмәтуллин, самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы һәм ҡушма хәрби сәнғәт көрәшсеһе Венер Ғәлиев, бокс буйынса Рәсәй чемпионы Нияз Фазуллин, дзюдо буйынса спорт мастеры Артур Камалов, Рәсәйҙең грек-рим көрәше буйынса спорт мастерҙары Фәдис менән Фәнис Вәлитовтар уртаҡлашты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров республиканың алдынғы спортсыларының оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны, шулай уҡ федерацияларға кәрәкле спорт ҡорамалдары алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы.
Турнирҙы асып, Радий Хәбиров йәш спортсыларҙың ата-әсәһенә балаларын оҫталыҡ дәрестәренә килтергән өсөн рәхмәт әйтте.
- Бында яҡшыраҡ, көслөрәк булырға теләгән өсөн килгән малай һәм ҡыҙҙарҙы күреүемә бик шатмын. Балалар уңайлы шарттарҙа спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн беҙҙең идара итеү командаһы күп көс һала. Һәм был үҫеп килгән быуын өсөн башҡара алған иң мөһим, кәрәкле эштер тип уйлайым, - тине Радий Хәбиров. – Ошо төҙөлгән спорт объекттары, яҡшы тренерҙарыбыҙ арҡаһында был балаларҙан ысын кешеләр үҫеп етер тип ышанам.
Башҡортостан Башлығы республикала йәшәргә һәм эшләргә теләк белдергән билдәле спортсыларға ла рәхмәт әйтте.
- Әле беҙгә йыйылыр ваҡыт етте. Мин республикаға Эльбрус Ниғмәтуллинды ҡайтара алыуыма бик шатмын. Ул хәҙер бында һәм Башҡортостан өсөн мөһим эштәр башҡара, - тине Радий Хәбиров. – Дуҫым Джефф Монсонды Өфөгә күсертә алғаныма ла шатмын. Ул балаларға оло йөрәген һәм бынамын тигән спорт тәжрибәһе өлгөләрен бүләк итә ала. Республикабыҙға билдәле көрәшсе, Рәсәйҙең самбо буйынса атҡаҙанған спорт мастеры Венер Ғәлиевтең ҡайтыуына ла шатланам, ул да йәш спортсыларға остаз булып торасаҡ.
Радий Хәбиров белдереүенсә, төбәктәге эпидемиологик хәл күнекмәләрҙе башлау һәм теләгән һәр кем өсөн спорт залдарын асыу мөмкинлеген бирә. Тик санитар талаптарҙы үтәү мөһим талап булып ҡала.
- Пандемия осоронда беҙ бер-беребеҙҙе, көрәш, футбол, хоккей залдарын һағындыҡ. Шуға яйлап залдарға, стадиондарға сыға, спорт менән шөғөлләнә башлайбыҙ. Һәм илдә, донъяла булған барлыҡ алтын миҙалдарҙы тыуған яғығыҙға, тыуған Башҡортостанға алып ҡайтығыҙ, - тине төбәк етәксеһе.
Турнирҙы асыу тантанаһы һуңында Радий Хәбиров Башҡортостандың атҡаҙанған спортсыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.
Был тантананан һуң Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә турнирға, спортҡа бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.
“Бөгөн Николай Красниковҡа боҙло мотоциклда йөрөргә өйрәнәм тип һүҙ бирҙем. Ҡарарбыҙ, бынан нимә сығыр” тип тамамланы ул яҙмаһын.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: