Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
1 Март 2021, 22:32

Чемпиондар оҫталыҡ дәрестәрен үткәрәсәк

Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә “Батыр кубогы” ҙур спорт байрамы ойошторола

1 мартта Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә “Батыр кубогы” ҙур спорт байрамы ойошторола.
“Батыр кубогы” бер майҙанда исемдәре тотош донъяла билдәле спортсылар, мәҫәлән, билдәле грэпплер Джеффри Монсон, атҡаҙанған спорт мастеры, самбо буйынса ике тапҡыр донъя, универсаль алыш буйынса донъя, профессиональ панкратион буйынса донъя чемпионы, ASA лигаһында хәрби алыш төрҙәре буйынса ғәмәлдәге алышсы Венер Ғәлиев, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин, егерме тапҡыр донъя һәм ике тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәй шәхси чемпионат буйынса алты миҙал хужаһы Николай Красников, Рәсәйҙең бокс буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, донъя кубогын яулаған Нияз Фәйзуллин кеүек исемдәре донъяла билдәле спортсыларҙы йыясаҡ. Әйткәндәй, был сара беренсе тапҡыр ойошторола.
Чемпиондар мәктәп уҡыусыларына мотоспорт, бокс, грек-рим көрәше, грэпплинг, дзюдо, ММА һәм көс экстримы буйынса оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтәсәк. Ә был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Фото: республика Хөкүмәте.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: