Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
28 Февраль 2021, 12:18

Аҡнаҙарҙар – чемпион!

Йәнтеш ауылында Ирек Ҡадаев иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир үтте

"Батырҙарыбыҙҙы иҫләйбеҙ" республика акцияһына Йәнтеш ауылы ла ҡушылды. Бында Ирек Абдулхаҡ улы Ҡадаев иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир ойошторолдо. Уйын батырҙы иҫкә алыу менән башланды.

Ярыштар ҡыҙыу һәм көсөргәнешле барҙы, бер кемдә бирешергә теләмәне һәм сәмләнеп уйнаны. Турнир һөҙөмтәләре буйынса 1-се урынды Аҡнаҙар ауылы волейболсылары яуланы, 2-се баҫҡысҡа Матрай ауылының 1-се командаһы күтәрелде, ә 3-сө урынды Матрай ауылының 2-се командаһы биләне.
Фото:Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йорто.
Читайте нас: