Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
27 Февраль 2021, 15:42

Маҡанда волейбол һәм теннис буйынса ярыштар үтте

*

Маҡан мәктәбе спорт залында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата ир-егеттәр араһында традицион бәйгеләр үтте. Һауа торошо шарттары боҙолоуына ҡарамаҫтан спорт ярыштарына килеүселәр әҙ булманы.
Волейбол буйынса ярыштарҙа майҙансыҡта 3 команда көс һынашты. Матчтар һөҙөмтәләре буйынса ветерандар командаһы 1-се урын яуланы, 2-се урынды йәштәр командаһы алһа, студенттар командаһы 3-сө урынды биләне. Шулай уҡ теннис буйынса бәйге үтте, бында өс еңеүсе билдәләнде: 1-се урын – Геннадий Чистяков, 2-се урын – Иҙел Түләшев, 3-сө урын – Александр Чистяков.
фото:Маҡан ауылы мәҙәниәт йорто
Читайте нас: