Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
23 Февраль 2021, 12:16

Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов иҫтәлегенә милли көрәш ярышы үтте

Хәйбулла районынан Никита Сабин үҙ категорияһында еңеү яулап Рәсәй чемпионатында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Бына бер нисә йыл инде Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Ғафури районында Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов иҫтәлегенә милли көрәш ярышы ойошторола. Район-ара бәйге үҫә килеп, республика кимәленә күтәрелде. 20 февралдә Красноусол ауылында Рәсәй Геройы Фәрүәт Абдулла улы Яҡупов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса Башҡортостан беренселеге үтте. Унда республиканың 23 ҡала-районынан 2003-2004 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр 9 ауырлыҡ үлсәмендә үҙ-ара көс һынашты.
Эйе, Башҡортостандың иң көслө көрәшселәре йыйылған ине был көндө. Ярыш бик көсөргәнешле һәм сәмле барҙы. Һәр ауырлыҡ үлсәмендәге еңеүселәр 14-16 мартта Казан ҡалаһында үтәсәк Рәсәй чемпионатында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Бына улар, еңеүселәр:
55 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә:
  1. Дорофеев Вадим, Өфө ҡалаһы.
  2. Имакаев Динис, Мәләүез районы.
  3. Ҡәүҙәнғәлиев Булат, Ишембай ҡалаһы
  4. Шөғәйепов Айҙар, Балтас районы.
  5. 60 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә:
    1.Ражабов Рубин, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
    1. Мортазин Флорид, Мәләүез районы.
    2. Һаҙыев Илгиз, Өфө ҡалаһы.
    3. 3.Хәмитов Денис, Өфө ҡалаһы.
      65 килограмдан ашыу ауырыҡ үлсәмендә:
      1.Лоҡманов Айнур, Туймазы ҡалаһы.
      1. Фазылов Артем, Өфө ҡалаһы.
      2. Ибляминев Айҙар, Стәрлетаммҡ ҡалаһы.
      3. Фәйзуллин Марсель, Ишембай районы.
      4. 70 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә:
        1. Кирәев Алмаз, Ишембай ҡалаһы.
        2. Юлмөхәмәтов Рамаҙан, Мәләүез районы.
        3. Иҡмурзин Эдуард, Дыуан районы.
        4. 3.Мостафин Наил, Илеш районы.
          75 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә:
          1. Мырҙагилдин Марсель, Ишембай ҡалаһы.
          2. Гиззәтуллин Рәмил, Өфө ҡалаһы.
          3. Тажетдинов Айвар, Учалы ҡалаһы.
          4. 3.Ҡәйүмов Алмаз, Октябрский ҡалаһы.
            80 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә:
            1. Сөләймәнов Данил, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
            2. Йәмәлетдинов Рәсил, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
            3. Бурногузян Агван, Дыуан районы.
            4. 3.Кәшәфетдинов Минислам, Ишембай ҡалаһы.
              85 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә:
              1. Кашапов Рәмил, Октябрьский ҡалаһы.
              2. Минисян Оганнес, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
              3. Насртдинов Илнар, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
              4. 3.Муллануров Рәмзил, Стәрлебаш районы.
                90 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә:
                1.Изшалков Дмитрий, Әбйәлил районы.
                1. Ишдәүләтов Ислам, Баймаҡ районы.
                2. Кәримов Илнур, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
                3. Муллануров Рәмзил, Стәрлебаш районы.
                4. 110 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә:
                  1. Сабин Никита, Хәйбулла районы.
                  2. Ҡолманов Тимур, Ғафури районы.
                  3. Баишев Фәнүр, Дыуан районы.
                  4. Ишсурин Альберт, Хәйбулла районы.
                  5. Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡуповтың тыуған ауылы Бурлыла былтыр Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан һәйкәл асылған ине. Бурлы урта мәктәбенә лә Фәрүәт Яҡупов исеме бирелде. 20 февралдә Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Ғафури районының Бурлы ауылында булып, Геройҙың бюсына сәскә гөлләмәләре һалды. Ирек Сәғитов, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Башҡортостан Республикаһының билбаулы милли көрәш федерацияһы президенты Вәкил Ильясов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар Геройҙың атаһы – Абдулла Хәмзә улы Яҡуповты Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы ҡотланылар, илебеҙгә ошондай баһадир ил һаҡсыһы үҫтергәне өсөн ҙур рәхмәт белдерҙеләр.
                    Ил именлеге өсөн үҙ-үҙен аямай хеҙмәт иткән, барлыҡ һаулығын биреп, алған яралары һөҙөмтәһендә 50 генә йәшендә вафат булған Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡуповтың исеме халыҡ күңелендә мәңге йәшәй. Былтыр уның рухы тыуған ауылына һәйкәлдә әйләнеп ҡайтһа, йыл һайын уның исемендәге милли көрәш бәйгеһе буласаҡ ил һаҡсыларын Ғафури ерендә йыя. Милли көрәш ярышының Герой рухына бағышланыуы ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Келәмгә сығыусыларҙың Ф. Яҡупов кеүек физик яҡтан көслө, ҡыйыу, батыр булып үҫерҙәренә, лайыҡлы ил һаҡсылары булырҙарына шик юҡ.
                    Һүрәттә: Фәрүәт Яҡупов бюсына Ирек Сәғитов сәскә гөлләмәләре һала.
                    Фото: Ғафури районы сайтынан.
                    Автор: Самат Галиуллин
                    Читайте нас: