Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
23 Февраль 2021, 12:54

Әбеш ауылында "Зарница" уйындары гөрләне

Сәмле ярыштарҙа "Гамбит" отряды еңеүсе тип табылды

Әбеш ауылында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата өлкәндәр өсөн "Зарница" уйыны уҙғарылды.
Бында ир-егеттәр үҙҙәренең таҫыллыҡтарын күрһәтергә, әрме хеҙмәтендә алған тәжрибәләрен иҫкә төшөрөргә һәм ҡыштың сатлама һыуығына ҡарамай саф һауала рәхәтләнеп ял итергә мөмкинлек алды.
Ауыл ир-егеттәренән торған ике отряд төрлө ярыштарҙа көс һанашты, һөҙөмтәлә "Гамбит" отряды еңеүсе тип табылды. Ҡатнашыусылар байрам бүләктәре алып, ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән һалдат бутҡаһын ашап, эҫе сәй менән һыйланып, байрам кәйефе алып таралыштылар. Афарин барыһына ла!
фото:Әбеш ауыл Советы
Читайте нас: