Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
22 Февраль 2021, 13:03

Яңы Ергән ауылында «Зарница» уйындары үтте

Уйын ҡыҙыҡ һәм дуҫтарса мөнәсәбәттә барҙы.

Яңы Ергән ауылында «Зарница» уйындары үтте. Мәктәп уҡыусылары командаларға бүленеп ярышҡа сыҡты. Һәр команданың төп бурысы – мөһим хәрби документтарҙы табырға һәм уларҙы штбаҡа илтеү. Әммә бының өсөн командаларға батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтеп күп кенә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡты: уларға ҡар аҫтында йәшерелгән “миналарҙы” табырға һәм уларҙы күтәрмәйенсә “сафтан сығарырға”, беренсе ярҙам күрһәтергә һәм башҡа һынауҙар аша үтергә тура килде. Командалар һәр этапта мәрәйҙәр тупланы, уйын ҡыҙыҡ һәм дуҫтарса мөнәсәбәттә барҙы.
Читайте нас: