Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
15 Февраль 2021, 16:58

Башҡортостан егете - донъя чемпионы!

Еңеүсе хөрмәтенә Башҡортостан Республикаһы гимны яңғырауы донъя чемпионаты тарихында тәүге ваҡиға булды...

Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге Спорттың техник төрҙәре үҙәге мотоуҙышсыһы Динар Вәлиев Тольяттиҙа уҙған донъя чемпионатында алтын миҙал яуланы.
Ярыштың тәүге көнөндә өсөнсө урынды ғына яулаһа ла, егет төшөнкөлөккә бирелмәй, икенсе көндә еңеү яулауға өлгәшә, ә өҫтәмә уҙышта финиш алдынан Тольятти спортсыһы Игорь Кононовты уҙа. Бронзаны Каменск-Уральск спортсыһы Дмитрий Хомицевич яулай. WADA ойошмаһы Рәсәй мотоуҙышсыларына ярыштарҙа Рәсәй флагын һәм гимнын ҡулланыуҙы тыйғанға күрә, еңеүсе хөрмәтенә Башҡортостан Республикаһы гимны яңғыраны. Был донъя чемпионаттарында Башҡортостан гимны яңғыраған спорт тарихындағы тәүге ваҡиға булды. Динар Вәлиев Өфөгә өс йыл тәнәфестән һуң донъя чемпионы титулын ҡайтарҙы һәм боҙҙағы мотоуҙыш тарихында шәхси беренселектә 25-се еңеүсе булды. Ул - еңеү яулаған Өфө спортсыларының алтынсыһы.
Динар Вәлиевкә - 25 йәш. Донъя чемпионаттарында ул дүртенсегә ҡатнаша. Һуңғы өс йылда Ғ. Ҡадиров исемендәге Спорттың техник төрҙәре үҙәгендә һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы Николай Красников етәкселегендә шөғөлләнә. Тәжрибәле тренер йәш спортсыға оҫталығын арттырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Быйылғы миҙгел ғәҙәттәгенән яҡшыраҡ башланды: ул Рәсәй чемпионатының бронза призеры булды, Суперлига ярыштарында уңышлы сығыш яһаны. Хәҙер килеп – донъя чемпионы!
Фото: "Башинформ".
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: