Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
14 Февраль 2021, 14:01

"Шаҡай уйындары" күңелдәрҙе йылытты

Ат сабышы, йыр-бейеү, һөңгө ырғытыу, уҡ атыу, көрәш кеүек милли уйындарға әүрәп, халыҡ ҡышҡы һыуыҡты һиҙмәне лә.

Учалы районының Илсе ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы үҙенсәлекле сара ойошторолдо - ҡышҡы һабантуй үтте.
"Шаҡай уйындары"нда ат сабышы, йыр-бейеү, һөңгө ырғытыу, уҡ атыу, милли көрәшкә әүрәп, йыйылған халыҡ ҡышҡы һыуыҡты һиҙмәне лә.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡарма комитет ағзаһы Морат Лоҡманов һәм башҡа ҡунаҡтар булды.
“Милли йолаларға айыҡлыҡ коды һалынған. Беҙ халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында әңгәмә ҡорабыҙ, аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Шуның менән бергә, ошондай саралар аша ла айыҡ йәшәү өлгөһө күрһәтәбеҙ”, - ти ауыл әүҙемдәре.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайты.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: