Хәйбулла хәбәрҙәре
+2 °С
Ямғыр
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
13 Февраль 2021, 12:30
Саңғы юлы саҡыра!
Бөгөн Башҡортостанда иң күләмле һәм күмәк ярыш – “Рәсәй саңғы юлы” үтә.
13 февралдә республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында уҙғарыла, ә төп ярыш Өфөләге асыҡ спорт майҙансыҡтарында ойошторола: Дим районында – “Баланов” старт ҡаласығында, Калинин районында – Н. Гастелло исемендәге стадионда, Киров районында – Локотки ауылында, Ленин районында – “Йылғасы” (“Водник”) стадионында, Октябрь районында – М. Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында, Орджоникидзе районында – “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында, Совет районында – “Урмансылар” паркында.
Ярышта ҡатнашыусылар өс километрлыҡ араны үтергә тейеш. Ә спортсылар һәм саңғы ярыштарын яратҡандар биш километр арауыҡта көсөн һынап ҡарай ала.
Мәғлүм булыуынса, ярыш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты нигеҙендә уҙғарыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Sa-i-yuli-sa-ira-673463/
Читайте нас: