Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
8 Февраль 2021, 19:49

Спортсыларыбыҙ һынатманы

Үткән ялдар Башҡортостан спорты өсөн уңышлы ғына булды

Үткән ялдар Башҡортостан спорты өсөн уңышлы ғына булды.
Октябрьскийҙан Азалия Әминева Королев ҡалаһында үткәрелгән бокс буйынса Рәсәй беренселегендә йәш спортсылары араһында еңеүсе тип танылды. Ул 64 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә Владимир ҡалаһынан Алина Сафинаны еңде.
23 йәшкә тиклемгеләр араһындағы Бөтә Рәсәй дзюдо буйынса ярыштарҙа 73 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Стәрлетамаҡтан Олимпия резервы спорт мәктәбенән Карен Галстян еңеп сыҡты. Уның тренерҙары – Юрий Зубков һәм Олег Назаров. Екатеринбургта үткәрелгән был ярыштар Н.И. Кузнецовтың яҡты иҫтәленгенә арналғайны.
6 февралдә “Өфө” футбол командаһы Латвияның “Вентспилс” клубын 1:0 иҫәбе менән еңде. Ошо уҡ көндө Ғ. Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәгенән Никита Богданов икенсе йыл рәттән Рәсәй беренселеге сиктәрендә ойошторолған Ғ. Ҡадиров мемориалында еңеүсе тип танылды.
Фристайл буйынса Рәсәй беренселегендә Өфө ҡалаһындағы Тау спорты буйынса олимпия резервы спорт мәктәбенән егеттәр араһында – Илдар Хәкимов, ҡыҙҙар араһында Арина Муллағәлиева икенсе урын яуланы.
Яр Саллы ҡалаһында үткәрелгән Волга буйы федераль округының спорт (грек-рим) көрәше буйынса беренселегендә Башҡортостан спортсылары һигеҙ наградаға лайыҡ булды. Ә бына физик культура һәм спорт отличнигы Г.И. Михеев иҫтәлененә үткәрелгән самбо буйынса ярыштарҙа Өфөнән Әлиә Мөхәмәтйәнова 48 килограмлыҡ ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙал яуланы.
Хоккейға килгәндә, “Салауат Юлаев” командаһы ла һынатманы. Ул Хабаровскиҙың “Амур” командаһын 4:0 иҫәбе менән еңде. Гол хужалары – Александр Кадейкин, Родион Әмиров һәм Теему Хартикайнен (ике гол).
Фото: “Башинформ”.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: