Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
2 Февраль 2021, 13:15

Өфөгә сикләүһеҙ юниорҙар араһында көрәш буйынса донъя чемпионатын уҙғарыу хоҡуғы бирелде

/

Берләшкән көрәш донъяһы (UWW) бер тауыштан Өфөгә юниорҙар араһында көрәш буйынса донъя чемпионатын уҙғарыу хоҡуғын бирҙе. Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили хәбәр итеүенсә, 1 февралдә бюро ултырышында ниндәй ҙә булһа сикләүҙе бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
«Тимәк, ярыштарҙа Рәсәй флагы елберләй һәм Рәсәй гимны яңғырай. Ярыштарҙы уҙғарыу ваҡыты элеккесә ҡала – августың икенсе яртыһы. Башҡортостан Республикаһын, Радий Фәрит улы Хәбировты ҡотлайбыҙ һәм ошо мөһим стартҡа әҙерләнәбеҙ. Ғөмүмән, әҙерлек штат режимында бара, яңыраҡ Өфөлә сараға әҙерләнеү буйынса Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы эшсе төркөмөнөң сираттағы ултырышы булды. Ярыштар юғары кимәлдә ойошторолор, ә беҙҙең йыйылма командалар үҙҙәрен яҡшы формала күрһәтер», — тине Мамиашвили.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы грек-рим көрәше буйынса Рәсәй кубогын ҡабул итте. Донъя чемпионаты 2021 йылдың 16-22 авгусында була.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
https://www.bashinform.ru/bash/1553732/
Читайте нас: