Континенталь хоккей лигаһы регуляр чемпионатының сираттағы матчында “Салауат Юлаев” Ҡаҙағстандың “Барыҫ” командаһы менән осрашты. Уйын Ҡаҙағстандың баш ҡалаһындағы “Барыҫ-Арена”ла үткәрелде.
Был матч Томи Ламса командаһы файҙаһына 3:2 иҫәбе менән тамамланды. Юлаевсыларҙан Филип Ларсен, Сакари Маннинен һәм овертаймда Александр Алексеев барыҫтар ҡапҡаһына шайба индерҙе.
Шулай итеп, ”Салауат Юлаев” был миҙгелдә өс тапҡыр рәттән “Барыҫ”ты ҡыйратты. Юлаевсылар әле Континенталь хоккей лигаһының Көнсығыш таблицаһында өсөнсө урынды биләй. Ә “Барыҫ” – ошо уҡ таблицаның алтынсы баҫҡысында.