Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
29 Ғинуар 2021, 11:20

Родион Әмиров һоҡландырҙы!

“Салауат Юлаев” Хабаровскиҙа “Амур” менән уйнаны.

Бөгөн дә уңыш юлаевсыларға йылмайҙы! Улар Хабаровскиҙа икенсе тапҡыр рәттән амурҙарҙы ҡыйратты һәм плей-оффта үҙҙәренә урын әҙерләне. Сакари Маннинендың голы “Салауат Юлаев” командаһына еңеү килтерҙе. Уйын, шулай итеп, юлаевсылар файҙаһына 3:2 иҫәбе менән тамамланды. Ишембай егете Родион Әмиров, Михаил Науменков һәм Сакари Маннинен – бөгөнгө матч шайбалары хужаһы.
Шуныһы үҙенсәлекле: бөгөнгө матч “Амур”ҙың чех һөжүм итеүсеһе Томаш Загорна өсөн һуңғыһы булды. Ул, ғаилә сәбәптәре менән бәйле, Рәсәйҙән китәсәк. Ә Томи Ламса командаһы икенсе тапҡыр рәттән еңеү яулап Өфөгә ҡайтасаҡ.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: