Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
24 Ғинуар 2021, 00:51

Аҡъяр ауылында мини-футбол буйынса турнир үтте

Сәмле ярыштарҙа 7 команда көс һынашты

Аҡъяр ауылының “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Илгиз Аликбаев һәм Денис Теләүҡабулов иҫтәлегенә арналған мини-футбол буйынса турнир уҙғарылды.
Сәмле уйындарҙа 7 команда ҡатнашты, улар төрлө ойошмалар, учреждениелар һәм эшҡыуарҙар вәкилдәре ине: Хәйбулла районы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының бүлеге, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, муниципаль район хакимиәте, «Наш дом» магазины, 1-се һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәре коллективтары, эшҡыуарҙар командаһы.
Футболсылар барлыҡ матчтарҙы сағыу һәм сәмле уҙғарҙы. Турнир һөҙөмтәләре буйынса 3-сө урынды Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе яуланы, 2-се урынды Хәйбулла районы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының бүлеге биләне, ә 1-се урынға муниципаль район хакимиәте күтәрелде һәм улар турнир еңеүсеһе тип иғлан ителде.
фото:Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе
Читайте нас: