Уйындың беренсе осорон беҙҙең команда яҡшы тамамлай алманы. Ә бына матчтың икенсе осоронда “дилбегә”не үҙ ҡулына алдылар тиергә мөмкин. Теему Хартикайнен ҡунаҡтар ҡапҡаһына шайба сәпәне. Һуңғараҡ ул тағы бер, ә Маркус Гранлунд ике гол индерҙе. Шулай итеп, бөгөн “Салауат Юлаев” 4:2 иҫәбе менән еңеү яуланы һәм тағы ике мәрәйле булды.