Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
19 Ғинуар 2021, 11:01

Джефф Монсон мәктәп асты

"Башҡортостанда үҙемде өйҙәге кеүек хис итәм", - тине көрәшсе

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Джефф Монсондың джиу-джитсу һәм грэпплинг мәктәбен асыу тантанаһында ҡатнашты. Сара Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә булды.
– Бөгөн республикала тарихи ваҡиға – танылған көрәшсе Джефф Монсон беҙҙә үҙенең джиу-джитсу һәм грэпплинг мәктәбен аса, – тине Радий Хәбиров. – Мин Джефф менән бер нисә йыл элек таныштым. Уның шәп спортсы ғына түгел, оло йөрәкле кеше икәнлеген дә белдем. Өфөлә яңы көрәш мәктәбен асыу Башҡортостанда спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индерәсәк. Меңдәрсә малай һәм ҡыҙ һаҡланыу нигеҙҙәрен үҙләштерер, кемдер беҙҙең Джефф кеүек бөйөк спортсы булыр.
Джефф Монсон сарала ҡатнашыусыларға спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа иғтибар өсөн рәхмәт әйтте.
– Мин белемем һәм тәжрибәм менән уртаҡлашырға әҙермен, – тине көрәшсе. – Спорт һәр саҡ кешеләрҙе берләштерә. Башҡортостанда үҙемде өйҙәге кеүек хис итәм. Киләһе йылдарҙы республикала спортты һәм көрәште үҫтереүгә арнарға ниәтләйем.
Әйткәндәй, мәктәп Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә һәм “Нефтсе” бассейны залында эшләйәсәк.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: