Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
15 Ғинуар 2021, 10:56

Тағы еңеү яуланылар!

“Салауат Юлаев”, 47 осрашыуҙа 60 мәрәй туплап, әле Көнсығыш турнир таблицаһының 3-сө баҫҡысында.

Континенталь хоккей лигаһы регуляр чемпионаты матчында “Салауат Юлаев” хоккейсылары “Барыҫ” командаһы менән осрашты.
Өфө командаһы составында Филип Ларсен, Сакари Маннинен, Джефф Плэтт, Александр Алексеев, Маркус Гранлунд һәм Пётр Хохряков ҡаршы яҡ командаһы ҡапҡаһына ташланған шайба менән хәтерҙә ҡалды.
Шулай итеп, әле “Салауат Юлаев”, 47 осрашыуҙа 60 мәрәй туплап, Көнсығыш турнир таблицаһының өсөнсө баҫҡысында.
Фото: “Горобзор”.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: