2030 йылда Өфө ҡалаһында Ҡышҡы олимпия уйындары үтеүе бик ихтимал. UfacityNews.ru хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың баш ҡалаһы ошо ғәйәт ҙур сараны үткәреүгә заявка бирергә йыйына. Редакция республика етәксеһенең матбуғат секретары Диана Ихсановаға, ошо мәсьәләне асыҡлауҙы һорап, мөрәжәғәт иткән.
“Ысынлап та, ошондай идея бар. Әлегә заявка биреү мөмкинлеге өйрәнелә. Заявка биреү кампанияһы башланмаған әле”, - тип ул хәбәрҙең дөрөҫлөгөн раҫлаған.
Социаль селтәрҙәрҙәге яҙыуҙарға ҡарағанда, Өфөнөң Ҡышҡы олимпия уйындарын үткәреүгә кандидаттар конкурсында ҡатнашыу ихтималлығы ҡаланың 450 йыллығына әҙерлек буйынса саралар исемлегенә индерелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда UfacityNews.ru порталы Өфөнөң 450 йыллығына алты транспорт канат юлдары төҙөләсәге, цирк бинаһының, Рус дәүләт драма һәм Ҡурсаҡ театрҙарының үҙгәртелеп ҡороласағы тураһында белдергәйне.