Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
13 Ғинуар 2021, 22:44

Өфөнөң 2030 йылғы Олимпиаданы үткәреүгә ғариза биреүе идея булараҡ ҡарала – Спорт министрлығы

/

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, әлегә Өфөнән 2030 йылда Олимпия уйындарын уҙғарыуға кандидат сифатында ғариза биреү идея булараҡ ҡарала.
«Бөгөн 2030 йылғы Олимпиаданы ҡабул итеүгә кандидат сифатында Өфөнән ғариза биреү мөмкинлеге мәсьәләһе өйрәнелә генә. Беҙ быны идея булараҡ ҡарайбыҙ. Халыҡ-ара Олимпия комитеты билдәләгән тәртип бар. Ғариза уҙғарырға йыйынған ҡаланан, төбәктән һәм Рәсәйҙең Олимпия комитетынан бирелә», — тип аңлатты Руслан Хәбибов брифингта.
Бынан алда «Башинформ» Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаһына һылтанма менән Олимпиада үткәреү өсөн ғариза бирергә теләгән төбәккә бер нисә ҡағиҙәне һәм ғариза яҙыу процедураһын үтәү кәрәклеге тураһында хәбәр иткәйне.
Фото: Станислав Шахов.
https://www.bashinform.ru/bash/1545931/
Читайте нас: