Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
12 Ғинуар 2021, 15:41

Радий Хәбиров үҫмерҙәр спортында коронавирус сикләүҙәрен бөтөрөргә ҡушты

*

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибовҡа үҫмерҙәр спортында коронавирус сикләүҙәрен бөтөрөргә ҡушты.
«Минеңсә, үҫмерҙәр спортын асырға кәрәк. Беҙ ошондай шарттарҙа йәшәргә һәм ярыштар уҙғарырға өйрәндек инде. Турнирҙар календарын арттырығыҙ», — тине республика етәксеһе.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы указы менән «Юғары әҙерлек» режимын индереүгә бәйле үҫмерҙәр араһында спорт ярыштарын сикләү тураһында хәбәр ителгәйне.
Читайте нас: