Кисә “Салауат Юлаев” “Өфө-Арена”ла Омскиҙың “Авангард”ы менән осрашты. Был әлеге миҙгелдә ике команданың өсөнсө уйыны булды.
Быға тиклемге ике матчта беҙҙең хоккейсылар еңһә, өсөнсө осрашыуҙа овертаймда Омск командаһы өҫтөнлөк алды. Матч “Авангард” файҙаһына 6:5 иҫәбе менән тамамланды. Дәғүәселәребеҙгә Илья Ковальчуктың голы уңыш килтерҙе. Беҙҙән Владимир Жарков, Дмитрий Кугрышев, Михаил Науменков һәм Маркус Гранлунд (ике шайба) ҡунаҡтар ҡапҡаһына гол индерҙе. Ә үткән матчта хоккейсыларыбыҙ Екатеринбургтың “Автомобилист” командаһын еңгәйне.
10 ғинуарҙа “Салауат Юлаев” Ҡазандың “Аҡ Барыҫ”ы менән уйнаясаҡ.
Әйткәндәй, теүәл ун йыл элек ошо уҡ көндә, 5 ғинуарҙа, Рәсәйҙең йәш хоккейсылар командаһы донъя чемпионатында еңеү яулағайны. Тик быйыл был уңышты ҡабатлап булмаҫ, күрәһең, сөнки бөгөн төндә Канада менән чемпионаттың ярымфиналында беҙҙең йәш хоккейсылар 0:5 иҫәбе менән еңелде.
5-нән 6 ғинуарға ҡарай Рәсәйҙең йыйылма командаһы Канадалағы йәштәр чемпионатында бронза миҙал өсөн Финляндия хоккейсылары менән көс һынашасаҡ.