Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
2 Ғинуар 2021, 01:03

Быйыл да вәғәҙә биреп йүгерҙеләр

/

Яңы йылдың беренсе көнөндә бик ҡыҙыҡлы, фәһемле сара үтте.
“Вәғәҙәләр йүгереүе” тип аталған был акция етенсе тапҡыр ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар йүгереп кенә ҡалманы, ә ошо ағымдағы йылда атҡарасаҡ вәғәҙәләренең кәмендә берәүһе яҙылған табличканы ла таҡты. Шулай итеп, баш ҡалалағы Ҡунаҡһарай тирәләй 2021 метр араны үттеләр.
Быйылғы сарала республикала 7500 кеше ҡатнашты. Ҡала халҡы ла, ауылдағылар ҙа әүҙем ҡушылды. Шул уҡ ваҡытта быйылғы сара коронавирус инфекцияһының таралмауы өсөн иҫкәртеү сараларын иҫәптә тотоп үткәрелде. Тап ошо сәбәпле, 30 кешенән торған төркөмдәр ойошторолдо. Ғәҙәттәгесә, Өфөләге Ҡунаҡһарай алды ошо сараны үткәреү үҙәгенә әүерелде. Спортсылар, спорт һөйөүселәр, ветерандар, балалар ҡатнашҡан был акция, “TERRA ZIMA” фестиваленә ярашлы, дөрөҫ йүгереү мәктәбенә нигеҙ һалған Владислав Литвинчук тарафынан ойошторолдо. Ул үҙе быйылғы йылдың билдәһе булған һыйыр костюмында йүгерҙе.
Сит ил студенттарынан торған командаға республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов етәкселек итте. “Бөгөн йүгерәм һәм хоккей уйнарға вәғәҙә итәм”, – тине ул.
Шулай итеп, республикабыҙҙың төрлө урындарында вәғәҙә биреп йүгерҙеләр. Мәҫәлән, бындай сара Стәрлетамаҡтағы Еңеү паркында ойошторолдо.
Фото: "Башинформ".
Автор: Айһылыу Низамова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/Biyil-da-v---birep-y-ger-el-r-618033/
Читайте нас: