Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
29 Декабрь 2020, 10:53

Йылды матур тамамланылар

Кисә "Салауат Юлаев" "Өфө-Арена"ла Магнитогорскийҙың “Металлург”ы менән осрашты.

“Салауат Юлаев” “Өфө-Арена”ла Магнитогорскийҙың “Металлург”ы менән осрашты.
Матч барышында көйәрмәндәр һәм клуб партнерҙары өс йәшлек Мирланға үпкәгә яһалма аппарат өсөн кәрәк-яраҡтары өсөн аҡса йыйҙы. Һөҙөмтәлә был сумма талап ителгәндән күберәк йыйылды һәм был аҡса башҡа сирле балаларға ла биреләсәк.
Ә уйын юлаевсылар файҙаһына 4:2 иҫәбе менән тамамланды. Джефф Плэтт, Михаил Науменков, Владимир Жарков һәм Александр Кадейкин – ҡунаҡтар ҡапҡаһына индерелгән гол хужалары.
3 ғинуарҙа “Салауат Юлаев” “Автомобилист” менән уйнаясаҡ.
Фото: "Башинформ".
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: