Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
20 Декабрь 2020, 12:25

Ауыл старостаһынан - Яңы йыл бүләге!

Вәзәм старостаһы Мөхтәр Сурин ауылдаштарын нимә менән ҡыуандырҙы?

Бәләкәй Арыҫланғол ауылында ныҡ тырыш, берҙәм, сәмле, ғәмле халыҡ йәшәй. Төпкөлдә ғүмер итеүҙәренә ҡарамаҫтан, донъялары ялт итеп тора уларҙың. Ауылды халыҡ Вәзәм тип йөрөтә.
Ошо көндәрҙә уның старостаһы Мөхтәр Сурин конькиҙа шыуырға, хоккей уйнарға яратҡандар өсөн үҙ ҡулы менән Яңы йыл бүләге әҙерләгән. Бүләктең дә ниндәйе бит әле - ялтырап торған тип-тигеҙ боҙ майҙансығы!
"Афарин"дан башҡа ни әйтәһең?! Тиҙҙән бында хоккей ярыштары, конькиҙа уҙышыуҙар башланасаҡ.
Фото: Оло Әбеш ауыл хакимиәте сайты.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: