Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
15 Декабрь 2020, 21:58

Башҡортостан шашкасыһы Рәсәй кубогын яуланы

*

Башҡортостандан ике спортсы Ярославль ҡалаһында уҙған халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй кубогында алдынғы урындарҙы яуланы. Ишембайҙан Агата Парахина пьедесталдың – беренсе, Елена Мильшина – икенсе баҫҡысында.
Ир-егеттәр турнирында Өфөнән Марсель Шәрәфетдинов – икенсе, Янис Сафин – дүртенсе.
Республиканың йыйылма командаһында Ишембай һәм Өфө шашкасылары сығыш яһаны.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Шашка федерацияһы
Читайте нас: