Өфөнөң Николай Валуев исемендәге спорт мәктәбенән 16 йәшлек Иван Тихонов 15-16 йәшлек егеттәр араһында бокс буйынса Европа беренселегендә көмөш миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан. Ярыштар Болгарияның баш ҡалаһы Софияла уҙҙы.