Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
26 Ноябрь 2020, 20:13

59 йәшен еңеү менән ҡаршыланы!

“Өфө-Арена”ла “Салауат Юлаев” менән “Нефтехимик” осрашты.

“Өфө-Арена”ла “Салауат Юлаев” менән “Нефтехимик” осрашты.
Командабыҙ барыһын да хайран итте: уйын уның файҙаһына 6:2 иҫәбе менән тамамланды. Ҡунаҡтар ҡапҡаһына Александр Алексеев – ике, Сакари Маннинен, Филип Ларсен, Теему Хартикайнен һәм Родион Әмиров берешәр шайба сәпәне! Был – “Салауат Юлаев” өсөн рәттән өсөнсө еңеү!
Бөгөн, “Салауат Юлаев” командаһының тыуған көнөндә, был хоккейсыларҙың үҙҙәре өсөн дә, көйәрмәндәргә лә ҙур бүләк булды!
28 ноябрҙә “Салауат Юлаев” СКА менән осрашасаҡ.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: