Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
16 Ноябрь 2020, 10:54

Яҡташыбыҙға уңыш йылмайҙы

Италияла “Формула-1” автоуҙыштарында яҡташыбыҙ Даниил Квят..

Италияның Имола автодромындағы “Формула-1” автомобилдәрҙә уҙыштарҙа яҡташыбыҙ Даниил Квят дүртенсе булып килде.

“Альфа Таури” ко­ман­даһы пилоты ярыш­тар менән риза булыуы, тик бына Даниэль Риккардоны ғына уҙа алмауы хаҡында белдергән. “Подиумға күтәрелер өсөн аҙ ғына ҡалғайны. Рестарттан һуң Даниэль Риккар­до­ның автомобиле рези­наһының йылыныуы менән проблемалар булғанда, уҙырға тырышҡайным. Тик трасса тар ине, шуға ярышыусының шул уҡ тиҙлек булһа, уны үтеү мөмкин түгел, тиерлек. Әммә финишҡа тиклем тиерлек уның артынан ҡалманым, һөҙөмтә менән ҡәнәғәтмен. Бик яҡшы команда эше”, – тип белдергән Даниил Квят.

Уҙыштарҙа “Мерседес” командаһы уҙышсыһы Льюис Хэмилтон – беренсе, шулай уҡ лидер командаһынан Валттерри Боттас – икенсе, “Рено” вәкиле Даниэль Риккардо өсөнсө урынды яулаған. Шулай итеп, дөйөм иҫәп буйынса Даниил Квят – 13-сө урында. “Формула-1” уҙыштарының икенсе этабы 12 – 15 ноябрҙә Төркиәлә үткәрелә.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне
Читайте нас: