Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
16 Ноябрь 2020, 10:51

“Советтар Союзы шулай тарҡалды ла инде...”

Милләттәшебеҙ, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин “Киске Ургант” тапшырыуында бала сағы хаҡында ниҙәр һөйләне?

Милләттәшебеҙ, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин Беренсе каналда барған “Киске Ургант” тапшырыуында ҡатнашты.

Бынан бер нисә көн элек Иван Ургант үҙенең тапшырыуында Эльбрус Ниғмәтуллиндың сираттағы рекорды хаҡында һөйләгәйне: милләттәшебеҙ “Өфө” аэропортында 36 тонналыҡ самолетты 25 метрға һөйрәп алып барҙы.

Ниңә ары бармаған? Сөнки самолет оса башлаған!” - тип шаяртҡайны билдәле шоумен.

Эльбрус Ниғмәтуллин ошо көндәрҙә “Киске Ургант” тапшырыуында үҙе ҡатнашты. Әңгәмә барышында Ургант Рәсәйҙең иң көслө кешеһенән был көстө нисек булдырыуы хаҡында ҡыҙыҡһынды.

Мин ауылда үҫтем. Унда гантелдәр ҙә, штангалар ҙа булманы. Спорт инвентарҙарын үҙ ҡулдарым менән эшләнем – тракторҙарҙы һәм комбайндарҙы һүттем. Ҡарышлауыҡ тракторҙарҙың тәгәрмәстәрен штангаларға “ҡоймаҡ” иттем. Уларҙың һәр береһе 14-17 килограмм тарта. Икәүҙән башлаһам да, артабан штангаларҙа тәгәрмәстәр үҫкәндән-үҫә барҙы”, - тип юл башы хаҡында бәйән итте Эльбрус Ниғмәтуллин. Тапҡыр телле Иван Ургант бында ла яуапһыҙ ҡалманы:

Советтар Союзы шулай тарҡалды ла инде...”

Артабанғы уңыштары хаҡында һөйләгәндән һуң, Эльбрус Ниғмәтуллин тапшырыу барышында көсөн күрһәтте – ҡайҙалыр кулистар артына киткән арҡанды һөйрәп, ул монтаж ярҙамында Ҡыҙыл майҙандағы Ленинды, АҠШ-тағы Аҡ йортта креслола ултырған Трампты “һөйрәп килтерҙе”, һумды диңгеҙ төбөнән сығарырға “маташты”.

Фото: скриншот

Автор: Айгөл Йәмилева
Читайте нас в