Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
13 Ноябрь 2020, 16:20

Сибайҙа спорт майҙаны әҙер!

Яңы майҙансыҡ һәр кем өсөн уңайлы һәм асыҡ буласаҡ

Республиканың күпселек район һәм ҡалаларында Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек спорт майҙансыҡтарын төҙөү планлаштырыла. Сибайҙа ла тиҙҙән бар уңайлыҡтары һәм спорт ҡорамалдары булған өр-яңы спорт майҙансығы сафҡа инеүе һәм ул ҡаланың Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе биләмәһендә урын алыуы хаҡында алдан хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә бар уңайлыҡтары һәм спорт ҡорамалдары булған өр-яңы спорт майҙансығы сафҡа ингән. Был хаҡта үҙенең социаль сәхифәһендә ҡала башлығы Рөстәм Афзалов белдерә:
"Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе янындағы яңы спорт майҙансығы тулыһынса әҙер. Шуны әйткем килә: спорт майҙансығы һәр кем өсөн асыҡ: бында спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр өсөн генә түгел, ГТО нормативтарын тапшырыусылар һәм спорт менән шөғөлләнеүселәргә тәғәйенләнгән. Бөтәһе 2,7 миллион һумлыҡ заманса сертификацияланған спорт ҡоролмалары - турниктар, гимнастика эскәмйәләре, урам тренажерҙары урынлаштырылған. Быларҙың барыһы ла һеҙҙең өсөн ҡала халҡы! Яңы майҙансыҡҡа килегеҙ! Саф һауала спорт күнекмәләре яһағыҙ! Һеҙҙе көтәбеҙ!"
Яңы майҙансыҡ һәр кем өсөн уңайлы һәм асыҡ буласаҡ, теләгән кеше бында килеп, ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух икәнлеген барыһы ла яҡшы белә, шунлыҡтан сибайҙар спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә.
Фото: Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештә"ге социаль сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: