Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
8 Ноябрь 2020, 11:32

Әмиров Рәсәй командаһын ҡотҡарҙы!

Шулай уҡ буллит серияһында ла гол индерергә өлгәште.

Карьяла кубогына турнирҙа Рәсәй командаһы Швеция хоккейсылары менән осрашты. Европа хоккей турнирында рәсәйҙәр шведтарҙы буллиттар серияһында еңде. Матч Хельсинкиҙа “Хартвалл Арена”ла үтте.
Матчта “Салауат Юлаев” хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе - Ишембай егете Родион Әмиров финал сиренаһына тиклем бер гол индереп өлгөрҙө һәм тотош команданы еңелеүҙән һаҡланы. Ә яҡтарҙың осрашыуы 2:1 иҫәбе менән тамамланды. Әмиров шулай уҡ буллит серияһында ла гол индерергә өлгәште.
Илебеҙ командаһы турнир таблицаһының икенсе урынында тора. Ул ике матчта биш мәрәй тупланы.
Быға тиклем Рәсәй хоккей командаһы Финляндия командаһын 6:2 иҫәбенә еңгәйне. Унда беренсе голды Родион Әмиров индергәйне. Ә тағы бер яҡташыбыҙ Шакир Мөхәмәҙуллин алтынсы шайбаны индерергә ярҙам итте.
Фото: Валерий Шахов.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: