Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
5 Ноябрь 2020, 11:06

Матчтарҙы ҡайҙа ҡарарға мөмкин?

Унда илебеҙ командаһы составында “Салауат Юлаев”тан Родион Әмиров, Шакир Мөхәмәҙуллин, Данил Башкиров һәм Данил Алалыкин ҡатнаша.

5 ноябрҙә Хельсинки ҡалаһының “Хартвалл Арена” боҙонда Карьяла кубогына хоккей турниры башлана.
Унда илебеҙ командаһы составында “Салауат Юлаев”тан Родион Әмиров, Шакир Мөхәмәҙуллин, Данил Башкиров һәм Данил Алалыкин ҡатнаша. Рәсәй хоккейсылары уйнаған матчтарҙы “Матч ТВ” каналы күрһәтәсәк (Өфө ваҡыты):
5 ноябрь – "Рәсәй – Финляндия" – 21.30;
7 ноябрь – "Швеция – Рәсәй" – 16.30;
8 ноябрь – "Чехия – Рәсәй" – 16.30.
Башҡа уйындарҙы “Матч!Игра” каналы күрһәтәсәк: "Чехия – Швеция" (5 ноябрь, 17.30), "Финляндия – Чехия" (7 ноябрь, 20.30), "Финляндия – Швеция" (8 ноябрь, 20.30). Бынан тыш, Рәсәй хоккей федерацияһының рәсми сайтында ҡарарға мөмкин. Әйткәндәй, Финляндия матчтарын ғына тамашасылар ҡарай аласаҡ, ә ҡалған уйындар көйәрмәндәрһеҙ үтәсәк.
Фото: Рәсәйҙең хоккей федерацияһы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: