Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
5 Ноябрь 2020, 18:13

Өфөлә Эльбрус Ниғмәтуллин 36 тонналыҡ самолетты һөйрәп алып барҙы һәм Рәсәй рекордын ҡуйҙы

*

Бөгөн «Өфө» аэропортында Рәсәй рекорды ҡуйылды.
«Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исеменә эйә булған 46 йәшлек Эльбрус Ниғмәтуллин 36 тонналыҡ «Боинг-737-500» самолетын 25 метр һөйрәп алып барҙы, ваҡыты — 44,58 секунд.
«Мин был рекордты арабыҙҙан киткән Өфө мэры Өлфәт Мостафинға арнайым, — тине Эльбрус Ниғмәтуллин. — Дөрөҫөн әйткәндә, күнекмә ваҡытында самолетты урынынан ҡуҙғата алманым, бөгөн уяндым да минең ике генә сценарийым булыуын аңланым. Һөҙөмтәлә быны эшләй алдым. Ниһайәт, «Боинг» мине еңер тип көйәләнгән ҡатынымдың борсолоуы юҡҡа сыҡты».
Атлет әйтеүенсә, 20 йыл элек әҙерлек икенсерәк булған. Йәш үҫә барған һайын «truck-pull plane» дисциплинаһына күнекмәләр башҡа һәм ҡатмарлыраҡ үтә. Эльбрус Ниғмәтуллин был рекордтың «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ике миллионынсы пассажирын ҡабул иткән әһәмиәтле ваҡиға менән тап килеүен билдәләне.
автор:Наталья Овчарук
фото:Валерий Шахов
Читайте нас в