Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
30 Октябрь 2020, 18:56

Онлайн велоквестҡа ҡушылығыҙ!

"Велоквестта ҡатнашыусылар ҡала үҙәген үҙҙәре өсөн бөтөнләй икенсе, көтөлмәгән яҡтан аса алыр тип ышанабыҙ", – ти ойоштороусылар.

30 октябрҙә республиканың “ВелоУфа” велосипедсылар союзы “Велоһуҡмаҡ Европа-Азия” проекты сиктәрендә Урал тауҙары илселеге менән берлектә сираттағы Велоквест үткәрәсәк. Был юлы ул онлайн тәртибендә ойоштороласаҡ. Квеста ҡатнашыусыларға махсус билдәләнгән нөктәләр буйлап үтергә һәм ҡала интерьеры, дизайн һәм архитектураһының махсус элементтарын табырға тейеш.
Квеста командалар ҡатнаша, унда берҙән бишкә тиклем кеше була ала. Квест 19 сәғәттә башлана һәм 21 сәғәттә тамамлана. Әгәр һеҙҙең әлегә командағыҙ юҡ икән, ҡатнашыусы булараҡ теркәлергә була, команда һеҙҙе үҙе табасаҡ.
Шулай итеп, әгәр квеста ҡатнашҡығыҙ килһә, түбәндәге аҙымдарҙы эшләргә кәрәк:
- үҙ командаңды булдырыу йәки теркәлгәндән һуң булғанына ҡушылыу;
- https://www.velo102.ru/#quest һылтанмаһы буйынса теркәлергә;
- махсус чатҡа ҡушыуҙы көтөргә, уларҙа үҙеңә команда табырға мөмкин;
- онлайн-брифинг тыңларға (инстаграмда ВелоУфы https://www.instagram.com/veloufa/ һылтанмаһы буйынса үтәсәк) һәм квестҡа задание алырға;
- квест башланған мәлдә, 19 сәғәттә Аксаков – Зәки Вәлиди – Цюрупы – Революция урамдары менән сикләнгән майҙанда булырға кәрәк (нөктәләр башлыса шунда урынлашҡан).
Велоквеста ҡатнашыусылар өсөн Урал тауҙары илселеге (Мостай Кәрим урамы, 44) энергетик нөктә әҙерләй, бында килеп ҡайнар сәй эсергә мөмкин. Шунда уҡ квестың штабы урынлашасаҡ. Бөтә ҡатнашыусылар социаль дистанцияны үтәргә, битлек һәм бирсәткәләрҙә булырға тейеш. Шулай уҡ хәүефһеҙлек сиктәрендә сағыу кейем, фонарҙар һәм велошлемдар файҙаланыу мотлаҡ.
– Велоквеста ҡатнашыусылар ҡала үҙәген үҙҙәре өсөн бөтөнләй икенсе, көтөлмәгән яҡтан аса алыр тип ышанабыҙ, – ти ойоштороусылар.
Велоквеста ҡатнашыу бушлай.
“Велоһуҡмаҡ Европа-Азия” проекты Башҡортостан Башлығы гранты еңеүсеһе булып тора һәм Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Фото:velo102.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: