Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
22 Октябрь 2020, 10:53

Ә беҙ еңеү көткәйнек...

Кисә Мәскәү өлкәһендә “Салауат Юлаев” хоккейсылары “Витязь” командаһы менән осрашты.

Кисә Мәскәү өлкәһендә “Салауат Юлаев” “Витязь” командаһы менән осрашты.
Тик был матч тамашасыларһыҙ үтте, сөнки Мәскәү өлкәһендә көйәрмәндәрҙе спорт сараларына үткәреү йәһәтенән сикләүҙәр булдырылған.
Әйткәндәй, “Витязь” һуңғы ваҡытта еңелеүгә бик һирәк дусар булды. Михаил Кравец командаһы һәр саҡ хәленән килгәнсә, бар көсөн һалып уйнарға тырыша. "Салауат Юлаев"ҡа килгәндә, төп хоккейсылар карантиндан сыҡты. Әммә, аңлашылыуынса, улар тейешле кимәлдә күнекмәләр үткәрә алманы. Һуңғы ике матчта командабыҙ еңеү яуланы. Омскиҙың “Авангард”ы менән уйын “Салауат Юлаев” файҙаһына 4:3 иҫәбе менән тамамланды. Ул матчта беҙҙең команда буллиттар серияһында еңеп ҡуйҙы. “Сочи” менән осрашыу ҙа "Салауат Юлаев" файҙаһына булды (0:2).
Бөгөнгө матчта ла көйәрмәндәр яратҡан командаһынан еңеү көткәйне. Тик был хыялдары тормошҡа ашманы: матч дәғүәселәр файҙаһына 4:3 иҫәбе менән тамамланды. Еңеү яулай алманыҡ. “Витязь” командаһы ҡапҡаһына шайбаларҙы Александр Кадейкин, Владислав Картаев, Филип Ларсен индерҙе.
Фото: "Салауат Юлаев" хоккей клубы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: