Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
20 Октябрь 2020, 11:17

Көйәрмәндәрҙең өмөтө аҡланды

/

19 октябрҙә “Салауат Юлаев” “Сочи” командаһы менән уйнаны.
“Авангард” менән үткәндәге матчта командабыҙ буллиттар серияһында еңеү яулағайны. Шуға көйәрмәндәр Сочи ҡалаһында үткәрелгән сираттағы уйында ла беҙҙең еңеүгә өмөт итте. Өҫтәүенә бер ай элек “Салауат Юлаев” был команданан еңелгәйне.
Матчҡа килгәндә, ике уйын осоронда ике команда ла бер шайба ла индерә алманы. Тик өсөнсөһөндә генә Теему Хартикайнен менән Александр Алексеев хужалар ҡапҡаһына ике гол сәпәне. Шулай итеп, матч беҙҙең команда файҙаһына 0:2 иҫәбе менән тамамланды.
21 октябрҙә “Салауат Юлаев” “Витязь” менән осрашасаҡ.
Фото: video.khl.ru
Автор: Айһылыу Низамова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/K-y-rm-nd-r-e--m-t-a-landi-505641/
Читайте нас: