Беренсе тапҡыр “Салауат Юлаев” командаһының бер түгел, өс хоккейсыһы Милли хокей лигаһына эләкте.
Рәсәйҙән барлығы 23 хоккейсы океан аръяғы клубтарында уйнаясаҡ. Улар араһынан өс спортсы – Башҡортостандан, “Салауат Юлаев” командаһынан! Быға тиклем был исемлеккә һөжүм итеүсе Родион Әмиров (15-се һан, “Торонто Мейпл Лифс”) һәм һаҡсы Шакир Мөхәмәҙуллин (20-се һан, “Нью-Джерси Девилз”) эләкһә, хәҙер 199-сы һан аҫтында һөжүм итеүсе Александр Пашин да бар.
Хоккейсыларыбыҙ өсөн был хәл, әлбиттә, бик ҡыуаныслы.
“Ҙур тарихлы клубҡа эләгеүем менән бәхетлемен. Бала саҡтан минең өсөн тырышҡан, күп көс һалған ата-әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен”, – тип белдергән Родион Әмиров.
“20-се һан аҫтында мине һайлауҙарын көтмәгәйнем. Йөрәгем дарҫлап типте. Ҡыуандым һәм бер нисә сәғәттән күнекмәләргә икәнлеген аңланым”, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашҡан Шакир Мөхәмәҙуллин. 18 йәшлек башҡорт һаҡсыһы үҙенең иң яҡшы командаларҙың береһенә эләгеүе менән шат.
18-19 йәшлек егеттәрҙең барыһы ла алда әле. Уларға уңыштар теләйек. Һәм киләсәктә ҙур спортта хокекейсыларыбыҙҙың исеме оҙаҡ яңғырар һәм ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшерҙәр, тигән ышаныстабыҙ.