Хәйбулла хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
7 Октябрь 2020, 13:04
"ГТО нормаларын тапшырыу модала булһын"
/
Бөгөн Хөкүмәт Президиумы ултырышы үтте, уны Премьер-министр Андрей Назаров алып барҙы. Ултырышта “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) комплексы сараларын тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, ҡала-райондарҙа тест үткәреү өсөн 68 үҙәк булдырылған. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында икенсе урында. “ГТО” системаһы порталында 478330 кеше теркәлгән, был былтырғы менән сағыштырғанда 62 мең кешегә күберәк.
"2020 йылдың туғыҙ айы эсендә ГТО нормативтарын 4347 кеше үтәгән, уларҙың 3777-һе - алтын, 319-ы - көмөш һәм 251-се бронза билдәгә", – тине министр.
Республикала даими рәүештә йыл дауамында дөйөм белем биреү ойошмалары, студенттар, закон сығарыу һәм башҡарма власть хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәт коллективтары, ғаилә командалары араһында ГТО буйынса йәйге һәм ҡышҡы фестивалдәр ойошторола.
Республиканың йыйылма командалары халыҡтың бөтә категориялары араһында үткәрелгән ГТО буйынса Бөтә Рәсәй фестивалдәрендә ҡатнаша. Быйыл нормативтарҙы үтәгәндәр һанын 40 процентҡа тиклем күтәреү бурысы ҡуйылған.
"Хәҙер кешеләр сәләмәт тормош рәүеше алып барыуға һәм спортҡа нығыраҡ иғтибар итә, – тине Андрей Назаров. – Күптәр аңлай: ҙур булмаған көсөргәнеш тә сәләмәтлекте нығыта һәм үҙеңде тонуста тотоу мөмкинлеге бирә. Ә ГТО нормалары модалы йүнәлеш булырға тейеш, тәү сиратта йәштәр өсөн".
Фото:
m.ok.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/GTO-normalarin-tapshiriu-modala-bul-in-486893/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?