Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
28 Сентябрь 2020, 10:41

Күпме нахаҡ рәнйетеүҙәр аша...

Башҡортостандан биатлонсы Ольга Вилухинаны 2014 йылда Сочи ҡалаһында уҙған Олимпиадала допинг ҡулланмаған тип танынылар. Лозанналағы Спорт арбитраж суды апелляцияны ҡарап, спортсының Олимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғын тергеҙҙе./

Башҡортостандан биатлонсы Ольга Вилухинаны 2014 йылда Сочи ҡалаһында уҙған Олимпиадала допинг ҡулланмаған тип танынылар. Лозанналағы Спорт арбитраж суды апелляцияны ҡарап, спортсының Олимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғын тергеҙҙе.
Бынан тыш, яҡташыбыҙға 2014 йылда Олимпия уйындарында яулаған көмөш миҙалын да ҡайтарасаҡтар. Ул саҡта беҙҙең спортсының һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарғас, көмөш миҙал - Украинанан Вита Семеренкоға, бронза Италия биатлонсыһы Карин Оберхоферға бирелгәйне.
Шулай итеп, яҡташыбыҙ намыҫын яҡлай алды, бының өсөн уға күпме нахаҡ рәнйетеүҙәр аша үтергә тура килде!
Фото: proufu.ru
Автор: Рәмилә Мусина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/K-pme-naha-r-nyete--r-asha-472005/
Читайте нас: