Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
25 Август 2020, 12:08

«САЛАУАТ ЮЛАЕВ» ХОККЕЙ КОМАНДАҺЫ ӨСӨНСӨ БУЛДЫ

.

КХЛ Чемпиондары кубогы өсөн барған турнирҙа Салауат Юлаев хоккей командаһы өсөнсө урынға өлгәште. Турнир Ҡазан ҡалаһында үтте һәм кубогты ла «Аҡ барыҫ» командаһы еңде.
Өфө командаһы төркөм эсендәге уйындар барышында бер еңеүгә лә өлгәшә алманы, шулай ҙа өсөнсө урын өсөн хәл иткес уйында «СКА» командаһын өҫтәмә ваҡытта еңә алды. Әлегә был уйындар хоккей миҙгеленә әҙерлек кенә булып тора, шуға ла уйын барышында команданы төрлө составта сығып үҙен һынап ҡараны тип ҡабул итәбеҙ һәм регуляр миҙгел барышында еңеүҙәр көтөп ҡалабыҙ.
Автор: Эльдар Фаттахов
Читайте нас: