Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
24 Август 2020, 21:57

Подольскиҙар – чемпион!

*

Йәй миҙгеле тамамланыуға ҡарай район командалары араһында уҙғарылған “Асыш кубогы – 2020” футбол туринирының финалы үтте.
Бер кемдә бирешергә теләмәгән төп матчта Подольск һәм Аҡъяр ауылдары футболсылары көс һынашты. Уйын көсөргәнешле һәм тигеҙ барҙы, һәр кем кубокка эйә булырға тырышты.
Һөҙөмтәлә Подольск ауылы командаһы 4:3 иҫәбе менән еңеп, “Асыш кубогы – 2020” кубогын яуланы.
Турнирҙың иң яҡшы һөжүм итеүсеһе – Фазылйән Торғомбаев, ә иң һөҙөмтәле уйынсыһы (MVP) тип Рөстәм Баҡтыбаев танылды.
Фото:Таналыҡ ауыл биләмәһе
Читайте нас: