Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
19 Август 2020, 15:30

Таулы халҡына ҙур бүләк

Сибай ҡалаһының Таулы ҡасабаһында "Ирәндек" күп функциялы клубы асылды

Сибай ҡалаһына эш сәфәрен Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Таулы ҡасабаһында "Ирәндек" күп функциялы клубын асыуҙан башланы.
Йәштәр һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән клуб заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған. Бында уларҙың ялын ойоштороу, спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт тормош рәүешен алып барыу, ижади оҫталыҡтарын үҫтереү өсөн бар уңайлыҡтар бар. Теләүселәр өсөн тренажер, спорт залдары урын алған. Клуб янындағы майҙансыҡта асыҡ сәхнә урынлашҡан.
Радий Хәбиров таулыларҙың шатлығын уртаҡлашты һәм үҙ теләктәрен еткерҙе.
-Башлыҡ булып эш башлағандан алып Сибай – иң йыш килгән төбәктәрҙең береһе. Тәүге осорҙа ҡаланың проблемалары, уның экологик хәле сәбәпле йыш йөрөргә тура килһә, бөгөн иһә сибайҙарҙың ҡыуанысын уртаҡлаша алыуым менән шатмын. Артабан дә ҡала үҫешһен, сәскә атһын өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ.
Таулыларҙың шатлығын бүлешергә күршеләре - Көньяҡ биҫтәһендә йәшәүселәр ҙә килде. Улар төбәк Башлығынан үҙҙәрендә лә балалар майҙансығын асырға һораны. Сибай ҡалаһы башлығы Рөстәм Абзалов яҡын арала был һорауҙың хәл итеүен вәғәҙәләне.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: