Кисә “Салауат Юлаев” Череповецтың “Северсталь” командаһы менән осрашты.
Башҡортостан Республикаһы кубогына һуңғы матчта “Салауат Юлаев” командаһы овертаймда еңеүҙе яуланы. Уйын 2:1 иҫәбе менән тамамланды. Маркус Гранлунд менән Никита Сошников (овертаймда) – шайба хужалары. Шулай итеп, 10-сы юбилей кубогы командабыҙҙа ҡалды.
Һөҙөмтәлә “Салауат Юлаев” өс матчта 5 мәрәй тупланы һәм турнир еңеүсеһе тип билдәләнде.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.