“Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының сираттағы ярыштарында Учалы, Йылайыр, Белорет һәм Нуриман райондары юртаҡтары ҡатнашты.
Бөгөн сара бик үҙенсәлекле булды. Республика Башлығының “Башҡортостан биләмәһендә коронавирус инфекцияһының таралыуын һәм хәүефен кәметеү саралары тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, тәүге тапҡыр ат сабыштары тамашасыһыҙ үтте. Шуға спорттың был төрөн яратыусылар һыбайлылар уҙышын “зәңгәр экран”дар һәм интернет аша күҙәтте. Бынан тыш, һауа торошоноң “ҡырыҫлығы", ерҙең ҡарҙан әрселмәүе сәбәпле, аттарға ла, һыбайлыларға ла еңел булманы.
Ғәҙәттәгесә, башта һәр район вәкилдәре араһында сабыштар уҙғарылды. Артабан улар араһында беренсе һәм икенсе урынды яулағандар еңеү өсөн уҙышты.
Бөгөнгө сабыштарҙа Нуриман районынан Олег Аҡбатыров, 22 мәрәй туплап, беренсе урынды яуланы. Егеттең “Аҡбаш” ҡушаматлы аты һынатманы. Ә икенсе урынға Учалы районынан Азамат Әхмәтйәнов лайыҡ булды (19 мәрәй). Белореттан Айгиз Вәлиев – өсөнсөлә (17 мәрәй). Тағы Учалынан Рәүеф Фәтҡуллин – дүртенсе, Белореттан Рузил Әбдрәхимов – бишенсе, Нуримандан Илмир Мырҙағәлиев алтынсы урынға сыҡты.
Әлегә ярыштар программаһында үҙгәрештәр юҡ: сираттағы өсөнсө турнир 25 апрелдә үтер, тип күҙаллана. Унда иһә Салауат, Архангел, Бөрө һәм Иглин райондары һыбайлылары ҡатнашасаҡ.
Фото: скриншот (Башҡортостан юлдаш каналы).