Сара тәүгә үҙ тарихында тамашасаһыҙ үтәсәк. Унда хатта журналистарҙы ла индермәйәсәктәр. Церемонияға Греция Президенты ла булмай тиелә. Әйтеүҙәренсә, унда уйын ойоштороусыларҙан әҙерәк вәкил буласаҡ һәм дә ут биреүселәрҙән бер ике кеше. Театрлаштырылған сарала ла ҡатнашыусыларҙы ҡыҫҡартып, ут эстафетаһы стадион эсендә генә буласаҡ. Эстафетала ҡатнашырға тейеш булған Японияның билдәле спортсылары ла саранан баш тартып, Грецияға килмәй.
Олимпия уты айырым рейс менән иртәгә Японияға барын етәсәк.
Әгәр быйыл буласаҡ Олимпия уйындарын да кисектәрмәһәләр, ул Токиола 24 июлдән 9 августҡа тиклем уҙырға тейеш.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Olimpiya-uti-Tokio-a-yullanasa-173353/